Поздравление с 8 мартом
Ҡәҙерле һәм һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар, ҡунаҡтар!
Ћеҙҙе ошо һоҡланғыс яҙ байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым!
Был көн ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға тотош йәмғиәт менән оло рәхмәтебеҙҙе белдереү мөмкинлеге булараҡ, күптән инде бөтә халыҡ байрамына әүерелде. Ћеҙ донъяға яңы ғүмер бүләк итәһегеҙ, йорт усағын һаҡлайһығыҙ, матурлыҡ һәм һөйөү, изгелек һәм наҙ, яуаплылыҡ һәм аҡыл сығанағы булып тораһығыҙ. Ҡатын-ҡыҙ беҙҙең халыҡта элек-электән әхлаҡи идеал булған, юҡҡа ғына Ватан, намыҫ, өмөт, һөйөү кеүек тормошобоҙҙағы мөһим төшөнсәләрҙе ҡатын-ҡыҙ образына бәйләмәйҙәр. Илде һөйөү ҙә әсәне һөйөүҙән башлана.
Тарих биттәренән, риүәйәттәрҙән белеүебеҙсә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ирҙәрен, улдарын һуғышҡа әҙерләп оҙатыусы ғына булмаған, яуҙарҙа баһадирҙарса ҡатнашҡан, ирҙәр менән бер рәттән йәнен-тәнен аямай һуғышҡан. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ күрһәткән, данлы еңеүгә тос өлөш индергән гүзәл заттарыбыҙ бихисап. Уларҙың күпселеге беҙҙең янда булмаһалар ҙа халыҡ күңелендә мәңгелеккә һаҡланалар. Бөгөнгө көндә лә һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф, фән һәм мәҙәниәт, сауҙа өлкәһендә һеҙҙең ролегеҙ бик ҙур. Идара итеү системаһында, ижтимағи хәрәкәт һәм ойошмаларҙа, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ыңғай йоғонтоғоҙ артҡандан-арта.
Үҙегеҙҙең аҡыллы, күп яҡлы хеҙмәтегеҙ менән ғаилә һәм дөйөм йәмғиәт, районыбыҙҙың бөтөн ҡаҙаныштарына, республикабыҙ киләсәгенең рухи-әхлаҡи нигеҙҙәрен нығытыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерәһегеҙ. Башҡортостанда ғаиләне һәм әсәлекте социаль яҡлау мәсьәләләрен комплекслы һәм һөҙөмтәле хәл итеү өсөн Ғаилә, Бала, Йәштәр, Әсә йылдары үткәрелде. Республикалағы ғаиләләр башҡа төбәктәрҙә булмаған льготаларға эйә һәм пособиелар ала. Йылдан-йыл тыуымдың һәм ғүмер оҙайлығының артыуы ҡыуандыра. Йәмғиәттә әсә, ғаилә, бала культын, ҡатын-ҡыҙға тәрән ихтирам булдырыу мөһим.
Ћеҙгә, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар, беҙ тәрән аҡылығыҙ һәм сабырлылығыҙ, яғымлы һәм изге күңелле булыуығыҙ, һәр ваҡыт ғәҙеллеккә һәм мәрхәмәтлелеккә ынтылыуығыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ.
Барығыҙға ла сәләмәтлек, именлек, бәхет, көндәлек эштәрегеҙҙә яңы уңыштар теләйем!
Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, ҡараштарығыҙ бәхеттән балҡыһын! Ћәр саҡ тыныслыҡ һәм татыулыҡ, үҙ-ара аңлашыу һәм шатлыҡтар юлдаш булһын!
Байрамығыҙ ҡотло булһын һөйкөмлө гүзәл заттар!